Республика Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы быйыл тармаҡ продукцияһын экспортлауҙан 91 миллион доллар табыш алырға планлаштыра. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Беренсе ярты йыллыҡта дөйөм күләмдең 39,6 миллион долларын үтәүгә өлгәшелгән, предприятиелар күрһәткестәренә ҡарағанда - 69,9 миллион доллар. Экспорттың төп күләме IV кварталда формалашасаҡ.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты” төбәк проекты 2024 йылға экспорт күләмен 230 миллион долларға тиклем үҫтереүҙе планлаштырған.
Дөйөм экспортта иң ҙур өлөштө майлы продукциялар алып тора - илле процент тирәһе. Иген иһә - 27,5, эшкәртеү һәм аҙыҡ продукциялары - 5,5, ит һәм һөт 2,9 процент тәшкил итә.