Бер әсә яңы тыуған балалары менән сауҙа итеп, матди хәлен яҡшыртырға булған. Ул игеҙәктәрен һатҡан да... яңы телефон һатып алған. Ҡытайҙа йәшәгән был “эшлекле” әсә ҡулға алынған. Ул ҡот осҡос ҡылығын аҡсаһыҙлыҡ һәм бурыстарының күплеге менән аңлата. Балаларҙың атаһы, йәнәһе, уны ташлап киткән, ә яҡындары ярҙамдан баш тартҡан. Шуға ла ҡатын балаларын һатырға ниәтләгән. Игеҙәктәр өсөн әсә 65 мең юань (606 мең һум) аҡса алған. Быны белеп ҡалған балаларҙың атаһы кире килеп, ҡатынды аҡсаны икегә бүлергә өгөтләгән: йәнәһе, уға ла үҙ бурыстарын түләргә кәрәк. Ҡалған аҡсаны ҡатын яңы телефонға һәм кредит түләүгә тотонған.