газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2019, 12:53

Зинира менән Ризат Рамаҙановтар "Хыянат" йырынан һуң айырылғанмы?

“Хыянат” йыры сыҡҡандан һуң “Араларына хыянат ингән, шуға ла өҙөлөп йырлайҙар” тигән һүҙҙәр ҙә күп ишетелде был йырҙы башҡарыусылар хаҡында.

Һуңғы арала Зинира менән Ризаттың тормошонда әллә ни үҙгәрештәр, яңылыҡтар булмаған тиерлек. Әммә ғаилә башлығы: "Улар беҙҙә күп булып тора. Беренсенән, “Бер әп итеп үпкәндән” клибы сыҡҡандан һуң, күптәр Зинираны ауырлы тип уйланы. Оҙаҡҡа һуҙмайынса, икенсегә бәпәй “таптырып” та ҡуйҙылар. Күптәргә бының клипта ғына шулай икәнен аңлатырға тура килде. Уны үҙебеҙҙең фатирҙа төшөрҙөк. Ә “Хыянат” йыры сыҡҡандан һуң “Араларына хыянат ингән, шуға ла өҙөлөп йырлайҙар” тигән һүҙҙәр ҙә күп ишетелде. Аллаға шөкөр, улай хаталанманыҡ. Бер-беребеҙҙән башҡа аяҡ та атлаған юҡ бит, тәүлек әйләнәһенә бергәбеҙ", – тип асыҡлыҡ индергән.

Ә икенсе бәпәй алып ҡайтыуҙы планлаштырмайһығыҙмы тигән һорауға Ризат "ваҡыт булғанда, эш алып барабыҙ инде” тип яуап биргән.
Читайте нас: