Берҙәм тауыш биреү көнөндә Мәскәү ҡала думаһына ла депутаттар һайланды. Владимир Путин 2151-се учаскала, Рәсәй Фәндәр академияһы урынлашҡан бинала тауыш бирҙе. Бында ул һәр һайлауҙа килә. 2000, 2004, 2008, 2012, 2018 йылдарҙағы Президент һайлауҙарында ла тап ошонда тауыш биргән.