газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2019, 13:09

Пенсионер бурысҡа биреп тороп, 5 млн һум аҡса эшләгән

Бөрөлә 65 йәшлек ир ун йылдан ашыу кешеләргә ҙур булмаған суммала бурысҡа аҡса биреү менән шөғөлләнгән.

Бөрөлә 65 йәшлек ир ун йылдан ашыу кешеләргә ҙур булмаған суммала бурысҡа аҡса биреү менән шөғөлләнгән.


Әлбиттә, ул үҙенә файҙа эшләгән: бирелгән аҡсаға айына 15 процент табыш өҫтәлеп ҡайтҡан.


Үҙәк банктың дәүләт теркәүендә тормаған кешеләргә процентҡа аҡса биреп тороу тыйыла, шуның өсөн әлеге ирҙең эшмәкәрлеге менән прокуратура ҡыҙыҡһына башлай. Тикшереү үткәргәндән һуң шул асыҡлана: пенсионер, теркәлмәйенсә, 12 йыл эсендә 300 кешегә аҡса биреп торған һәм һөҙөмтәлә 5 миллион һум тирәһе килем алған.


Прокуратура был эште судҡа тапшырған, кәсепсенең өҫтәмә табыш сығанағы тыйылған.
Читайте нас