Ульяновск ҡалаһынан 56 йәшлек ҡатын 8,5 йыл ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк: ул халыҡ медицинаһы ысулдарын ҡулланып дауалаусыны бысаҡ менән сәнсеп үлтергән.
Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе ирен эскелектән һәм онкологиянан дауалау өсөн ике йыл буйы халыҡ табибына алып йөрөй. Курс-сеанстар өсөн 250 мең һум күләмендә аҡса сарыф итә.
Әммә иренең һаулығы бер ҙә алға бармай, шуға ла ҡатын түләгән аҡсаһының яртыһын кире ҡайтарыуҙы һорай. Тик дауалаусы уның үтенесен инҡар итә. Асыуланған ҡатын өҫтәлдә ятҡан бысаҡ эләктереп алып, тегенең муйынына ҡаҙай. Дауалаусы шунда уҡ йән бирә. Енәйәтсе шкафта аҡса ятҡанын күрә һәм булған сумманы — 125 һумды – алып ҡаса.
Уны йорт алдына ҡуйылған видеокамераларҙағы яҙмалар аша табалар, бынан тыш, таксист та таныуын әйтә. Әле ҡатынға ҡарата "Үлтереү" һәм "Урлашыу" статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсенең ике балаһы бар. Ул банктарҙан ҙур суммала кредит алған булған…