Бөгөн төбәк Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтте. Унда яңы Башҡортостан Республикаһы Башлығы инаугурацияһы тураһында белдерҙеләр.
Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы инаугурацияһы 2019 йылдың 19 сентябрендә буласаҡ. Унан һуң 2024 йылға тиклем Башҡортостандың үҫеше тураһындағы документты уҡып ишеттерәсәктәр.
“Беҙ 2024 йылға тиклем республиканың үҫеш стратегияһын билдәләгән документ әҙерләйәсәкбеҙ. Был бик етди документ. Уны Хөкүмәт Аппараты төҙөй. 19 сентябрҙә республика Башлығының вазифаһына инеүенә бәйле бөтә сараларҙы үткәрәсәкбеҙ. Шунда уны ла яңғыратасаҡмын. Документта Хөкүмәткә күрһәтмәләр билдәләнәсәк, муниципалитет башлыҡтарына ул үҫеш йүнәлешен күрһәтәсәк”, – тине Радий Хәбиров.