Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов белдереүенсә, быйыл был урамдағы аллеяның Октябрь урамынан алып Калинин урамына тиклемге өлөшө эшләнәсәк. Йәйәүлеләр юлына шаҡмаҡлап ваҡланған таш һалынасаҡ, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыласаҡ. Әлеге ваҡытта юлдағы иҫке асфальт һәм ҡоймалар алына.