газета "Салауат"
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2019, 13:30

Балаларҙы күҙҙән ысҡындырырға ярамай шул

Красноярск крайының Ирбейск районында дүрт йәшлек сабый юғалғас, уны эҙләүгә 300-ҙән ашыу халыҡ күтәрелә. Березовка кешеләренән тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре, кинологтар, ирекмәндәр ҡушыла.

Красноярск крайының Ирбейск районында дүрт йәшлек сабый юғалғас, уны эҙләүгә 300-ҙән ашыу халыҡ күтәрелә. Березовка кешеләренән тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре, кинологтар, ирекмәндәр ҡушыла.

Төштән һуң 39 йәшлек атай кеше урманға бәшмәк йыйырға киткәс, ҡатыны дүрт бала менән өйҙә ҡала. Өс һәм дүрт йәшлек улдары ихатала уйнай. Ҡапҡа бикле булғас, әсә борсолмай, өйҙәге сабыйҙарын хәстәрләү өсөн өйгә инә.

Ярты сәғәттән һуң урамға сыҡһа, дүрт йәшлек улы юҡ! Ҡустыһының әйтеүенсә, ағаһы баҡса артлап урманға киткән. Был кискә табан ваҡытта булған.

Ҡатын иренең ҡайтҡанын көтә. Аҙаҡ үҙҙәренең генә таба алмаясағын аңлап, полицияға шылтырата. Эҙләү төркөмө шунда уҡ килеп етә.

Берҙәм эш һөҙөмтәле була:малай табыла.Малайҙың хәле һәйбәт, шулай ҙа район дауаханаһына һалып тикшермәкселәр, сөнки уның ныҡ ҡурҡҡаны билдәле.


Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә көн һайын 15 бала юғала.
Читайте нас