Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте. Дөйөм алғанда, республика халҡы мөһим сарала әүҙем ҡатнашҡан. Быйыл һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны 71,80 процент тәшкил иткән.
Ҡалалар араһында тауыш биреүселәр һаны буйынса Сибай беренсе урында – 83,51 процент, ә иң түбән күрһәткес Межгорьела – 37,94 процент. Райондарҙан Тәтешлегә етеүселәр булманы, бында тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 97,01 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан, икенсе баҫҡысты Салауат биләй – 94,26 процент, өсөнсөлә Баҡалы – 92,78 процент.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар араһында тауыштар ошолай бүленде: Радий Хәбиров ("Берҙәм Рәсәй" партияһы) – 1 794 113 (82,02 процент), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ) – 150 679 (6,89 процент), Иван Сухарев (ЛДПР) – 99 158 (4,53 процент), Зөлфиә Ғайсина ("Яблоко" партияһы) – 33 371 (1,53 процент), Юрий Игнатьев ("Ғәҙел Рәсәй" партияһы) – 26 935 (1,23 процент), Рәфис Ҡадиров ("Рәсәй патриоттары" партияһы) – 24 032 (1,10 процент), Владимир Барабаш ("Гражданлыҡ көсө" партияһы) – 21 175 (0,97 процент), Владимир Кобзев (“Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн” партияһы) - 17 678 (0,81 процент).