Был ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе кисә Өфөлә Благовар урамында теркәлә. “ВАЗ-2113” автомобиле водителе ағасҡа барып бәрелгән.
Авария һөҙөмтәһендә уның быйыл беренсе класҡа уҡырға барған улы һәләк булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала махсус креслола ултырмаған һәм хәүефһеҙлек ҡайышы менән дә эләктерелмәгән. Ә 45 йәшлек атаһы эскән булған. Медицина тикшереүе үтеүҙән ул баш тартҡан.