газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 17:29

Йәштәр ҙә, ололар ҙа сәйәси ваҡиғаның әһәмиәтен аңлай

595-се һайлау участкаһы Салауат ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында урынлашҡан. Был һайлау участкаһы комиссияһының рәйесе Ольга Әминева билдәләүенсә, халыҡ тауыш биреүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә.

595-се һайлау участкаһы Салауат ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында урынлашҡан. Был һайлау участкаһы комиссияһының рәйесе Ольга Әминева билдәләүенсә, халыҡ тауыш биреүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Быйыл һайлауҙың бер сәғәткә алда, сәғәт 7-лә башланыуы ҡарамаҫтан, халыҡ шул ваҡытҡа ла йыйылып көтөп торған.

- Беҙҙең һайлау участкаһында 1500 кеше теркәлгән. 40 кешенең өйөнә барып, һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеген тәьмин итәбеҙ. Комиссияла 8 кеше эшләй. Бөгөн беҙгә иртүк беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусы ҡыҙыҡай әсәһе менән килде. Беҙ уға грамота һәм бүләк тапшырҙыҡ. Шулай уҡ бөгөнгө сәйәси ваҡиғала ҡаланың йәш кешеләренән торған ирекмәндәр төркөмө ҡатнашыуы ҡыуандыра, улар ололарға һайлау урынына инергә, ҡайһы комиссия ағзаһынан бюллетень алырға аңлатып, ярҙам итешеп тора.

Миңлерайхан Ғөбәйҙуллина көҙ баҡса мәшәҡәттәренә тулы булһа ла, һайлау көнөндә һәр ваҡыт өйҙә булырға, килеп тауыш бирергә тырыша.

- Республикала әҙерәк алға ынтылыш һиҙәм. Беҙҙең оло быуын вәкилдәре өсөн һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеше мөһим. Салауаттың да матурая барына шаһитбыҙ, киләсәктә ул тағы ла яҡшырыр, тип уйлайым. Пенсияларҙы ла әҙерәк арттырһалар өлкәндәрҙең йәшәйештәре яҡшырыр ине, - ти Миңлерайхан Фәхретдин ҡыҙы.
Читайте нас: