газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 16:19

Ғәҙәттәгесә, ололар әүҙем

Салауат һайлау участкаларына яйлап ҡына халыҡ ағыла. Улар араһында иң әүҙем һайлаусылар, әлбиттә, оло быуын вәкилдәре.

Салауат һайлау участкаларына яйлап ҡына халыҡ ағыла. Улар араһында иң әүҙем һайлаусылар, әлбиттә, оло быуын вәкилдәре.

Камил Әмиров - иң оло һайлаусыларҙың береһе. 89 йәшен тултырған ағайыбыҙ дәртле итеп баҫып “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә урынлашҡан 600-се һайлау участкаһына килеп инде лә, көр тауыш менән барыһын да байрам менән ҡотланы.

- 90 йәшкә баҫырға торам, бер ваҡытта ла һайлауҙан ҡалғаным юҡ, - ти мәғариф өлкәһе ветераны. - 50 йылға яҡын мәктәп директоры булып эшләнем, беҙҙең өсөн тауыш биреү - ул изге бурыс булып һаналды. Аллаға шөкөр һаулығым шәп, шулай булғас бөгөн дә гражданлыҡ бурысымды намыҫ менән үтәйем.

600-се һайлау участкаһының рәйесе Рөстәм Таңатаров әйтеүенсә, был һайлау участкаһы исемлегендә 1133 һайлаусы. Участка комиссияһында 12 кеше эшләй, ҡала ирекмәндәре ярҙам итә. 8 кешегә өйҙәре барып, тауыш бирҙереү ҡаралған.
Читайте нас: