Новости
8 Сентября 2019, 11:09

Динар Хәлилов: “Мин 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр Салауатта тауыш бирәм”

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашты. Ул 569-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашты. Ул 569-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

- Мин 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр Салауатта тауыш бирәм. Мин күп йылдар Салауаттан ситтә инем һәм бына хәҙер тыуған ҡалама әйләнеп ҡайттым. Ата-әсәйемдең һайлау көнөн ҙур байрам көнө итеп ҡабул итеүе иҫтә ҡалған. Һәм минең өсөн дә ул ҙур әһәмиәткә эйә булған сара. Бөгөн ошондай көндөң дә аяҙ булыуы кәйефте күтәрә, Салауат халҡының да яҡшы кәйеф менән һайлауға килеүен күрәм. Улар ҙа һайлауҙы оло байрам итеп ҡабул итәләрҙер, тип ышанам, - тине ул.
Читайте нас