РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бөгөн Башҡортостан Башлығы өсөн тауышын Салауат ҡалаһында бирҙе. Ул тауыш биреп кенә ҡалманы, комиссия рәйесе һәм ағзаларынан һайлауҙың нисек барыуы, өйҙә тауыш биреүҙең нисек ойошторолоуы, дәғүәләр бармы-юҡмы, тип ҡыҙыҡһынды.
- Мин Салауат ҡалаһы округынан һайланған депутат, шулай уҡ үҙем дә, ҡатыным да Салауат ҡалаһында уҡыған кешеләрбеҙ. Йәшлегебеҙ уҙған ҡалала тауыш бирергә теләк белдерҙек. Салауат ҡалаһы бөтә республика өсөн әһәмиәтле, сөнки ул ҙур һәм перспективалы сәнәғәт ҡалаһы. Бөгөн ҡала хакимиәте башлығы менән ошо хаҡта һүҙ алып барҙыҡ. Салауат ҡалаһының үҫеш мөмкинлектәре киң.
Бөгөнгө һайлауға килгәндә инде, ул бөтә республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки Башҡортостан Башлығы өсөн тауыш биреп, беҙ төбәктең киләсәген һайлайбыҙ. Мин һәр ваҡыт һайлауға йөрөйөм, сөнки һәр тауыш мөһим, тип иҫәпләйем. Мин беҙҙең республика халҡының, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың мәнфәғәте өсөн көрәшеүсе кеше өсөн тауыш бирҙем һәм мин республикала бөтәһе лә яҡшы булыр тип көтәм.