Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов та бөгөнгө мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалманы, тормош иптәше Резеда Рәис ҡыҙы менән һайлау участкаһына килеп үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
- Бөгөн беҙҙең республика өсөн мөһим аҙым яһала. Башҡортостан Башлығын һайлауға етди ҡарарға кәрәк, сөнки ул киләсәктә республика халҡының йәшәйешенә, шул иҫәптә Салауатҡа ла ҡағылышлы мөһим ҡарарҙар ҡабул итәсәк. Бынан тыш, ул федераль власть менән дә эште алып барыу яғынан көслө булырға тейеш.
- Мин тормош иптәшемдең фекерҙәрен хуплайым һәм һәр граждандарҙың һайлауҙа актив булырға тейеш тигән позицияһы менән килешәм, - тине Резеда ханым.