газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 16:38

Яман шеште алдан асыҡлаған өсөн аҡсалата премиялар бирелә

"Сәләмәтлек сәғәте"ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бер нисә табипҡа яман шеште алдан асыҡлаған өсөн аҡсалата премияға сертификат тапшырҙы. Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостан бюджетында ошо маҡсатҡа 30 миллион һум аҡса һалыныуы тураһында һөйләне.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров "Сәләмәтлек сәғәте" тәртибендәге күсмә ултырышта, республикала артабан да поликлиникалар, дауаханалар төҙөү, медицина ҡорамалдары һатып алыу дауам итәсәк, тип белдерҙе.


– Йыл аҙағына тиклем тармаҡта кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ. Әле 2020 йылға һәм унан алдағы осорға республика бюджеты өҫтөндә эш башлайбыҙ. Шуға күрә ошо юҫыҡта медицина берләшмәһенән килгән тәҡдимдәрҙе тикшерергә, табиптарға эшләү һәм йәшәү уңайлы булһын өсөн ысын башланғыстарҙы хупларға әҙербеҙ. Әммә уларҙан да намыҫлы һәм яуаплы эш көтәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.


"Сәләмәтлек сәғәте"ндә төбәк етәксеһе бер нисә табипҡа яман шеште алдан асыҡлаған өсөн аҡсалата премияға сертификат тапшырҙы. Республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостан бюджетында ошо маҡсатҡа 30 миллион һум аҡса һалыныуы тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта 12 миллион һум түләнгән, быйыл ғинуарҙан алып июлгә тиклем яман шеш менән сирләүҙең 1650 осрағы билдәләнгән.


– Яман шеште дауалау уны алдан асыҡлауға ҡарағанда ҡиммәткә төшә. Әммә иң мөһиме – беҙ кеше ғүмерен ҡотҡарабыҙ. Табиптарға бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: