газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 12:59

Йәмәғәт урынында сүп ташлағандарға штраф һалына

Республика Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сыҡты. Үҙгәрештәр ҡабул ителһә, ярамаған урында сүп-сар ташлаған өсөн ябай кешеләргә – 500-ҙән бер мең һумға тиклем, вазифа биләүселәргә – 4–7 мең мең һум, юридик шәхестәргә 20–25 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.

Республика Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сыҡты.


Уның төп маҡсаты – халыҡты йәмәғәт урындарында, йорттар һәм төҙөлөш объекттары янында сүп-сар ташлау ғәҙәтенән арындырыу, йыйыштырыу һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡамасаулыҡ тыуҙырмауҙы яйға һалыу.

Үҙгәрештәр ҡабул ителһә, ярамаған урында сүп-сар ташлаған өсөн ябай кешеләргә – 500-ҙән бер мең һумға тиклем, вазифа биләүселәргә – 4–7 мең мең һум, юридик шәхестәргә 20–25 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.

Шулай уҡ операторҙар менән килешеү төҙөмәү, сүп-сар йыйған махсус техниканың эшмәкәрлегенә ҡамасаулау (мәҫәлән, тейеш булмаған урында автомобилеңде ҡалдырып китеү) кеүек ғәмәлдәр өсөн дә штраф түләргә тура киләсәк.
Читайте нас: