Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 12:43

Республика үҫешен нисек күҙаллауымды һайлаусылар менән уртаҡлашырға теләйем

Кисә республика тарихында тәүге тапҡыр "Антидебаттар" сәйәси тапшырыуы нигеҙендә Башҡортостан Башлығы вазифаһына барлыҡ кандидаттар тура эфирҙа бер майҙансыҡта сығыш яһаны.Радий Хәбиров – "Берҙәм Рәсәй" партияһынан, Юрий Игнатьев – "Ғәҙел Рәсәй"ҙән, Зөлфиә Ғайсина – "Яблоко" партияһынан, Иван Сухарев – ЛДПР-ҙан, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ-тан, Владимир Кобзев – "Рәсәй пенсионерҙары ғәҙеллек өсөн партияһы"нан, Владимир Барабаш – "Гражданлыҡ көсө"-нән, Рәфис Ҡадиров – "Рәсәй патриоттары" партияһынан.

Кисә республика тарихында тәүге тапҡыр "Антидебаттар" сәйәси тапшырыуы нигеҙендә Башҡортостан Башлығы вазифаһына барлыҡ кандидаттар тура эфирҙа бер майҙансыҡта сығыш яһаны.

Радий Хәбиров – "Берҙәм Рәсәй" партияһынан, Юрий Игнатьев – "Ғәҙел Рәсәй"ҙән, Зөлфиә Ғайсина – "Яблоко" партияһынан, Иван Сухарев – ЛДПР-ҙан, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ-тан, Владимир Кобзев – "Рәсәй пенсионерҙары ғәҙеллек өсөн партияһы"нан, Владимир Барабаш – "Гражданлыҡ көсө"-нән, Рәфис Ҡадиров – "Рәсәй патриоттары" партияһынан.

"Антидебаттар" башланғас та алып барыусы "Тапшырыуға ниңә килергә ризалаштығыҙ?" тигән тәүге һорауҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа бирҙе.

Төбәк етәксеһе: "Халыҡ менән шаярырға ярамай. Ниндәй ниәт-маҡсаттар менән йәшәүемде, республика үҫешен нисек күҙаллауымды һайлаусылар менән уртаҡлашырға теләйем", – тип яуапланы.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, 8 сентябрҙән – Берҙәм тауыш биреү көнөнән һуң юлдарҙың сифаты, әсәләргә ярҙам, фәҡирлек мәсьәләләре менән шөғөлләнергә теләр ине.

КПРФ партияһы тәҡдим иткән иң өлкән кандидат Юнир Ҡотлоғужин: "Беҙ тапшырыуҙы Конституцияны боҙоуҙан башланыҡ. 8 сентябрҙән һуң бындай хәлгә кәртә ҡуйырға кәрәк", – тине һәм һайлаусыларҙы һайлау участкаларына саҡырҙы.

"Килемдең, эш хаҡының, пенсияның түбән булыуына ҡарамаҫтан, 8 сентябрҙә һайлауға килергә, үҙегеҙ менән дуҫтарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы алып килергә һәм барыһының да алдан хәл ителеүенә ышанмаҫҡа саҡырам", – тине Иван Сухарев. ЛДПР партияһынан кандидат сәйәси этика һаҡларға кәрәклеген билдәләне һәм һәр кемдең еңеп сығырға мөмкинлеге булыуын белдерҙе.
Читайте нас: