Кемерово ҡалаһындағы йәш ата-әсәгә яңы тыуған сабыйҙары күршеләренә ҡалдырып юҡҡа сыға.
19 йәшлек әсәй кешенең дуҫтарына барып күңел асҡыһы килә. Ул күп уйлап тормай, сабыйын үҙе кеүек үк йәш иренә ҡалдыра ла, сығып китә. Атай кеше ай ярымлыҡ ҡыҙы менән дүрт көн ултыра ла... ялҡа. Ҡулымдан килмәне ти ҙә, баланы күрше ҡатынға индереп бирә һәм уныһы ла юҡҡа сыға. Атай кеше хатта баланың документтарын да ҡалдырып китә. Күрше аптырағас, баланы медицина учреждениеһына алып бара һәм полицияға хәбәр итә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡыҙсыҡтың ата-әсәһе был көндәрҙә эсеп ята. Хәҙер уларға штраф янай – 500 һум.
Әллә инде был ғына штраф уларҙы аҡылға ултыртырмы икән?