газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 17:01

Асарбаҡты туҡмаған

Мәләүездә бер ир иҫерек асарбаҡты йорт эскәмйәһенә ултырған өсөн генә ныҡ итеп туҡмай. Хәлде уҡыусы балалар видеоға төшөрөп алған.

Мәләүездә бер ир иҫерек асарбаҡты йорт эскәмйәһенә ултырған өсөн генә ныҡ итеп туҡмай. Хәлде уҡыусы балалар видеоға төшөрөп алған.

Үтеп барған бер ир ярһыған кеше туҡмаусыны туҡтатырға маташып ҡарай, тик тегеһе бер ҙә ыҡҡа килмәй, өйһөҙҙө типкеләүен дауам итә. Аҙаҡ көлөп торған уҡыусылар ҙа бомжды йәлләп, “бушҡа туҡманы”, ти.

Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, 58 йәшлек йәшәргә урыны булмаған ирҙе туҡмап, тән йәрәхәттәре һалған гражданды табып, полицияға килтергәндәр. Ул элек тә талау, урлау, машина алып ҡасыу өсөн хөкөм ителгән 30 йәшлек Күгәрсен районы кешеһе булып сыҡҡан. Шулай уҡ был ир Мәләүез ҡалаһындағы разведчиктар мемориалынан флаг урлауҙа ла ғәйепләнә.

Әлеге мәлдә был хәл-ваҡиға буйынса тикшереү эше башланған.
Читайте нас: