Башҡортостанда 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә 3 мең 434 һайлау участкаһы асыла. Бөгөн республика Хөкүмәтендә Берҙәм тауыш биреү көнөнә арналған селектор кәңәшмәһе үтте. Башҡортостан башлығы вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә. Уларҙың барыһына ла һайлау алды агитацияһын алып барыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр бирелде. 8 сентябрҙә һайлауҙа 11 сәйәси партия ҡатнаша. Республикалағы бөтә һайлау участкалары һайлауға әҙер”, ти Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.