Япония Премьер-министры Синдзо Абэ Владивостокка килде. Бөгөн ул Көнсығыш иҡтисади форумының пленар ултырышында сығыш яһаясаҡ һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашасаҡ.
Владимир Путин менән Синдзо Абэ ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен һәм тыныслыҡ килешеүе проблематикаһын тикшерәсәк. Япония вәкиле Владивостокка осор алдынан журналистарға белдереүенсә, Рәсәй етәксеһе менән осрашыу барышында ул тыныслыҡ килешеүе төҙөү мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙе яңы кимәлгә сығарырға ниәтләй.
Көнсығыш иҡтисади форумы 4-6 сентябрҙә үтә.