Йырсы Ришат Төхвәтуллин менән Рифат Фәттәхов араһындағы аңлашылмаусанлыҡ дауам итә. “Татар тудей” электрон гәзите яҙыуынса, күптән түгел Ришат “Сәхнәләш” тапшырыуында ҡатнашҡан. Рәдиф Фәттәхов быға ҡарата үҙ фекерен белдергән.
“Ришат Төхвәтуллин былай тине: “Тыңласы, һандуғас” йырын бер мин генә түгел, кем генә һораманы Рифат ағайҙан. Беренсе килгәндә, йырҙың хаҡы өс миллионға төштө. Шуны түләһәң, һинеке була, тинеләр. Йырҙың һүҙҙәре Рифат Фәттәховта, көйө – миндә. Уны бер кем дә йырлай ҙа, тыңлай ҙа алмай. Әлбиттә, мин бындай хаҡҡа ул йырҙы ала алмайым һәм алмайым да. Ни өсөн тигәндә, уны йырлауҙан түгел, ә халыҡты тыңлауҙан тыйыу маҡсаты Рифат Фәттәховтың”.
Тулы яуаплылыҡ менән әйтәм: Ришат Төхвәтуллиндың һәр һүҙе – сеп-сей ялған. Өс миллион һум тураһында һөйләшеүҙең бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла, бер кем менән дә булғаны юҡ.
2016 йылдан бирле, йәғни өс йылдан ашыу “Тыңласы, һандуғас” һүҙҙәренә хоҡуҡтар – башҡа затта. Быны Ришат белә. Әммә шул өс йыл ваҡыт эсендә йыр тирәһендәге бәхәсте хәл итеү йәһәтенән ул әлеге затҡа бер генә тапҡыр ҙа мөрәжәғәт итмәгән. Халыҡ тураһында бик борсолғас, ниңә сара күрмәй һуң?! Һорау тыуа: Ришатҡа “Тыңласы, һандуғас” кәрәкме икән?! Әллә шул йыр тирәһендә шау-шыу, йәғни ҡара пиар кәрәкме?!” – тип яҙған Рифат Фәттәхов Инстаграмдағы битендә.