газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 14:54

Бер ултырған кешенән нимә көтөргә була?

37 йәшлек Бәләбәй районы кешеһе менән 42 йәшлек Өфө ҡатыны интернет аша таныша. Ике йылға яҡын мөхәббәт хатлашыуынан һуң, ниһайәт, улар осрашырға ҡарар итә.

37 йәшлек Бәләбәй районы кешеһе менән 42 йәшлек Өфө ҡатыны интернет аша таныша. Ике йылға яҡын мөхәббәт хатлашыуынан һуң, ниһайәт, улар осрашырға ҡарар итә.


Тәүге күрешеүҙең рәшәткә артында үтеүе ҡатын өсөн көтөлмәгәнсә була. Баҡтиһәң, ир үҙенең кеше үлтергән өсөн төрмәлә ултырыуын йәшергән икән. Был турала тик һуңғы минутта ғына әйтә.


Бер нисә осрашыуҙан һуң ирҙе сығаралар, пар ҡуртымға фатир алып, бергә йәшәй башлай. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән ир ҡатындың ҙур суммала аҡсаһы булыуын белеп ҡала, уны үҙенән йәшереүенә ныҡ асыулана. Һөйгәнен туҡмап ташлай. Бысаҡ менән янап аҡсаһын ала.


Ярай әле ҡатын юғалып ҡалмай, ир йоҡлап киткән арала полицияға мөрәжәғәт итә. Тегене ҡулға алалар.
Читайте нас: