газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 10:41

Владимир Путин Монголия етәксеһе менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Монголия етәксеһе Халтмаагийн Баттулга менән һөйләшеү өсөн Улан-Баторға барҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Монголия етәксеһе Халтмаагийн Баттулга менән һөйләшеү өсөн Улан-Баторға барҙы.

Ике дәүләт башлығының рәсми осрашыуы Дәүләт һарайы алдындағы Сухэ батор майҙанында булды. Рәсәй Президентын почетлы ҡарауыл, оркестр, парад кейемендәге һыбайлылар отряды ҡаршыланы. Тынлы оркестр Рәсәй һәм Монголия гимндарын башҡарҙы. Дәүләт һарайында Владимир Путин почетлы ҡунаҡтар китабында яҙма ҡалдырҙы. Унан һуң дәүләт лидерҙарының һөйләшеүҙәре башланды.


Владимир Путин менән Халтмаагийн Баттулга төбәк һәм халыҡ-ара проблемалар буйынса фекер алышты, ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Рәсәй башлығы Монголия етәксеһен 5 сентябрҙә Владивостокта үтәсәк дзюдо буйынса чемпионатҡа саҡырҙы.


Аралашыуҙан һуң лидерҙарҙың Рәсәй-Монголия делегациялары һөйләшеүендә ҡатнашты, берлектәге документтарға ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре һәм күләмле стратегик партнерлыҡ тураһындағы дәүләт-ара договор тураһында һүҙ бара.

#ВладимирПутин
Читайте нас: