Республика мәктәптәрендә "Сәләмәт йылмайыу" тигән проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Ул белем усаҡтарында теш табибы кабинеттарын булдырыуға йүнәлтелгән.
Төбәктең мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, республиканың 61 мәктәбе өр-яңы заманса стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинеттарға эйә буласаҡ.
Әлеге мәлдә Башҡортостан мәктәптәренең 15 процентында бындай кабинеттар эшләп килә. Проект уларҙың һанын мөмкин тиклем арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.