Илдең иң билдәле кассиры үҙенең шым булыуы, журналистар менән аралашырға яратмауы менән дә дан алған. Уның ҡулға алынғаны бирле бер комментарий биргәне юҡ бит. Адвокаттарына ла журналистар менән һөйләшмәҫкә тигән шарт ҡуя.
Бөгөн дә судтан һуң хәбәрселәр уның фекерен алырға тырышып ҡараны, тик әллә ни фәтүә булманы.
"Ниңә адвокат алмаштырҙығыҙ?" тигән һорауға ул: "Комментарий бирмәйем", – тине.
Әйткәндәй Луизаның кәйефе шәп ине. Ул йылмая, камераларҙан да йәшеренмәй.
Изоляторҙа ултырыу шарттары тураһында ла өндәшкеһе килмәне ҡатындың. "Бәлки, үҙегеҙҙең берәй нәмә әйтергә теләгегеҙ барҙыр?" тип тә һорап ҡараны журналистар. "Минең әйтер һүҙем юҡ" булды яуап. Шулай сер һаҡлауын дауам итә Луиза.
Ул әлегә 4 ноябргә тиклем изоляторҙа ултырыуын дауам итәсәк.