Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 12:46

Лотерея уйнап, отҡанығыҙ бармы?

Лотерея уйнап, отҡанығыҙ бармы? Рәсәйҙә иң уңышлы кешеләрҙең ҡайҙа йәшәгәнен беләһегеҙме? Күршелә генә – Татарстанда... Быйыл алты ай эсендә генә күршеләребеҙ, ышанаһығыҙмы-юҡмы, 333 миллион һум аҡса отҡан.

Ошо алты ай эсендә 18 кеше миллион һумдан ашыуыраҡ булған отош алған, тимәк республикала кәмендә 18 яңы миллионер барлыҡҡа килгән.

Иң ҙур отош күләме иһә бөтөнләй башты әйләндерә. 2018 йылдың 1 ғинуарында “Русское лото”ла уйнап бер кеше 250 миллион һум отҡан. 2019 йылдың 4 мартында икенсе бер уңышлы 155 миллион һумлы булған. Һуңғараҡ 4 апрелдә тағын берәү 34,4 миллион һумға байыған. Быйыл 2 ғинуарҙа йәнә бер ир “Гослото”ны уйнап, 15,9 миллион һум отҡан.
Читайте нас