газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 12:19

Элек урлаған, талаған, хәҙер килеп көсләгән

Өфөлә ун йәшлек баланы көсләгән 32 йәшлек вәхшиҙең енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Өфөлә ун йәшлек баланы көсләгән 32 йәшлек вәхшиҙең енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың июлендә ғәйепләнеүсе велосипедта йөрөгәндә үҫмер ҡыҙға тап булған. Ул баланы велосипедта йөрөтөргә өйрәтәм тип алдап, урманға килтергән һәм көсләгән.


“Зыян күреүсе баланың әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кешене тотҡан. Тикшереү барышында ғәйепләнеүсе ғәйебен өлөшләтә таныған. Быға тиклем ул урлаған, талаған өсөн күп тапҡыр хөкөмгә тарттырылған булған”, – тип белдергәндәр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: