Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2019, 12:40

Теште тергеҙеү юлын эҙләп тапҡандар

Ҡытай ғалимдары тештәрҙе дауалай һәм ямай торған, хатта теш эмален тергеҙә торған гель уйлап тапҡан.

Ҡытай ғалимдары тештәрҙе дауалай һәм ямай торған, хатта теш эмален тергеҙә торған гель уйлап тапҡан.


Ғалимдарҙың әйтеүенсә, эмаль ҡаты материал булһа ла, ул да туҙа, тештәр соҡорлана. Ә пломбалар фарфор, ыҫмала, металл кеүек сит материалдарҙан эшләнә, шуға күрә ҡасан да булһа, улар тештән айырыла.


Ошо проблеманы хәл итеү өсөн ҡытайҙар кальций һәм фосфаттан торған гель уйлап тапҡан. Тап ошо матдәләрҙең эмаль составында булыуы тештәрҙе тергеҙергә ярҙам итәсәк тә.
Читайте нас: