Һуңғы арала телефон арҡаһында өҙөлгән ғүмерҙәр һаны арта башланы. Йә ҡыҙып шартлай, йә ток һуға.
Сираттағы ҡыҙғаныс хәл күрше Мордовияның Большие Березняки ауылында була. Ун йәшлек ҡыҙ зарядларға ҡуйылған телефонда уйнарға була. Уны ток һуға. Әсәһе шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала дауаханала йән бирә.
Киҫәтеүҙәр күп булһа ла, ошондай хәлдәр осрап тора. Телефонды зарядланған саҡта тотмағыҙ. Йоҡлағанда янығыҙға һалып ятмағыҙ, айырыуса мендәр аҫтына һалыу хәүефле.