газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2019, 12:23

Эштә лә һыуыҡ, өйҙә лә

Августың һуңғы көндәре һәм сентябрь башы һалҡын тора. Халыҡ социаль селтәрҙәрҙә фатирҙарында ла, офистарҙа ла өшөүҙәре хаҡында яҙа. Һалҡындан һаҡланыу өсөн берәүҙәр - йылы кейемдәр, башҡалар кондиционерҙар һәм йылытҡыстар менән файҙалана.

Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙе көйләгән федераль ҡануниәткә ярашлы, һауа температураһы биш көн рәттән +8 градустан түбән төшһә, йорттарға йылы бирелә башлай. Ләкин билдәләнгән температура сиген көтмәйенсә лә йылы биреүҙе һорап ғариза яҙырға мөмкин. Бының өсөн торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышында тейешле ҡарар ҡабул итеп, протоколды идара итеүсе компанияға ебәрергә кәрәк. Ресурс менән тәьмин итеүсе компания ошо ғариза нигеҙендә йылылыҡ энергияһын тапшыра башлай. Әгәр коллектив ҡарар ҡабул ителмәһә, йортҡа йылы биреү датаһын идара итеүсе компания хәл итә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 8 сентябрҙән һуң һалҡын һауа торошо «әбейҙәр сыуағы» менән алмашына.Йылы һәм ҡояшлы көндәр оҙаҡ ҡына - ике аҙна самаһы дауам итә. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +26 градусҡаса күтәрелә. Төндә лә +15 градусҡа тиклем йылы була. Ҡырау көтөлмәй.
Читайте нас: