Илдәге иң таҙа ҡала ниндәй тип уйлайһығыҙ? Беренсе урында Белгород өлкәһендәге Губкин ҡалаһы, икенсе - Грозный, өсөнсө урында Калининград өлкәһенең Гурьевск ҡалаһы.
Исемлеккә 200 Рәсәй ҡалаһы ингән. Барлығы 100 мең кеше тауыш биргән.
Халыҡ һайлауы буйынса иң бысраҡ ҡала булып Архангельск танылған. Унан һуң Ростов өлкәһенән Каменск – Шахтинский һәм Шахты ҡалалары килә.
Башҡортостандың иң таҙа ҡалаһы – Салауат, сөнки ул 32-се урында, ә Стәрлетамаҡ – 48-се. Таҙалыҡ буйынса Өфө 76-сы баҫҡысты биләй.
85-се баҫҡыста республиканың тағы бер ҡалаһы бар – Нефтекама.