газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2019, 12:46

Ҡайҙа ашығаларҙыр...

Ишембай районында Ишембай – Верхотор юлының 11 километрында Салауат ҡалаһы кешеһе “Audi A6 Allroad” автомобилендә ҡаршы һыҙаттан килгән “Opel Meriva”-ға барып бәрелә. Аҙаҡ шулай уҡ ҡаршыһына килгән “Лада Гранта”ны бәрә. Ике машина ла юлдан ситкә оса. Авария һөҙөмтәһендә 52 йәшлек ватан автомобиле водителе фажиғә урынында йән бирә. Аварияны ойошторған водитель медицина ярҙамы һорап дауаханаға мөрәжәғәт итә.

Стәрлетамаҡта Петровский тракты менән Бабушкин урамы киҫелешкән урында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 59 йәшлек Өфө районы кешеһе “Lada XRAY” автомобилендә өҫтөнлөгө булған “Peugeot 408”-гә юл бирмәй.

Улар бәрелешкәндән һуң, ватан автомобиле баштүбән әйләнеп ята. Һөҙөмтәлә был машинаның ике пассажиры – 66 һәм 63 йәшлек ҡатындар йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Читайте нас: