Республика етәксеһе Радий Хәбиров милли проект буйынса мәктәп һәм балалар баҡсалар төҙөү буйынса селектор кәңәшмәлә ҡатнашты.
Видеоконференция тәртибендә үткән кәңәшмәне Мәскәү өлкәһенән Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев алып барҙы. Радий Хәбиров Өфөнөң Дим районындағы Күп профилле полилингваль “Смарт” мәктәбенән элемтәгә сыҡты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда 1 мең 319 мәктәп 488 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итте.
“Быйыл милли проектҡа ярашлы, төбәктә яңы 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асылды. Быға тиклем ундай күрһәткестәр булғаны юҡ ине”, - тине Радий Хәбиров.