Сочи ҡалаһында йәшәгән бер ҡатын балаһын өйҙә, ваннала, табырға ҡарар итә. Йәнәһе, табиптар уға ла, балаға ла зыян килтерә. Ваҡыты еткәс, сабый донъяға килә. Йәш әсә уны табиптарға күрһәтмәй. Баланың хәле насарая башлағас та ул дауаханаға мөрәжәғәт итергә ашыҡмай. Бер нисә көн үткәс, бәпәйҙең хәле бөтөнләй хөртәйә. Йәш ата-әсә уны дауаханаға алып барырға мәжбүр була ла бит, тик һуң була. Аҙаҡ экспертиза яһағас, уның мейеһенә ҡан һауыуы һәм эске органдарының дистрофияһы сәбәпле үлеүе асыҡлана.