газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2019, 11:48

Салауаттағы хирургия корпусы, бала табыу йорто менән нимә булыр?

Салауатҡа эш сәфәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡала дауаханаһының хирургия корпусын реконструкциялау барышы менән танышты.

Радий Хәбиров Салауат буйлап эш сәфәре барышында ҡала дауаханаһының хирургия корпусын төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Яңы ҡала дауаханаһын төҙөү 1989 йылда башланған, ләкин артабан туҡтатылған. Төҙөлөш эштәре 2014 йылда ғына тергеҙелгән. 2016 йылдың мартында өс корпустың икәүһе файҙаланыуға тапшырылған. 97 миллион һумға 70 берәмектән ашыу медицина ҡорамалы ҡуйылған. Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов һүҙҙәренсә, хирургия корпусы төҙөлөшөнә 376 миллион һум бүленгән, шуның 167 миллионы ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн тотонола. Дауахананың хирургия корпусы 2020 йылдың ноябрендә эшләй башлай.
Радий Хәбиров ҡалала табиптар етешмәүе мәсьәләһен нисек хәл итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Дауахананың баш табибы Салауат Мырҙағолов яңыраҡ ҡалала 9 яңы табипты эшкә алыуҙарын билдәләне, сентябрь-октябрь айҙарында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Ырымбур һәм Башҡорт медицина университеттарын тамамлаған йәш белгестәрҙең Салауатҡа эшкә ҡайтыуы көтөлә. Ҡала башлығы һөйләүенсә, медицина вуздарының 5-6 курс студенттары ай һайын ҡаланан 10 мең һум стипендия ала, ҡала хакимиәте дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа эшләргә теләгән табиптарға фатир бирә. Тар йүнәлешле белгестәрҙе йәлеп итеүҙә республика программаһы ла ыңғай роль уйнаны, уның буйынса табиптарға 1 миллион һум тапшырыла.
Ләкин әлегә, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, ҡалала элеккесә участка терапевтары һәм педиатрҙарының етмәүе һиҙелә.
Һаулыҡ һаҡлау проблемалары республикала бик киҫкен тора һәм ҡала властары яғынан көндәлек иғтибар талап итә, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәҙер ҡала хакимиәте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә яҡынса хаҡы 1 миллиард һумлыҡ дауахана ҡаласығын төҙөү буйынса проект әҙерләй. Салауат бала табыу йортоноң яңы бинаһын һалыу тәҡдимдәре бар, эштәрҙең хаҡы яҡынса 400 миллион һумға баһалана.
Радий Хәбиров ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе «Һаулыҡ һаҡлау сәғәт»тәренең береһендә ҡарарға ҡушты.
Читайте нас: