Думала йәйге каникулдарҙы 1 октябргә тиклем оҙайтырға тәҡдим итәләр. Ошондай башланғыс менән депутаттар Рәсәй Хөкүмәте вице-премьерына мөрәжәғәт иткән. Документта билдәләнеүенсә, июндә уҡыусылар һәм студенттар имтихан тапшыра, шуға улар ял итеп өлгөрмәй. Каникулдарҙы октябргәсә оҙайтыу илдә эске туризмды үҫтерергә мөмкинлек бирә. Балалар атай һәм әсәйҙәре менән бергә “бәрхәтле миҙгелдә” ял итә аласаҡ.