Был - бер йәшлек балаһын быуып үлтергән әсәнең һүҙҙәре. 29 августа үҙ өйөнән юғалған малайҙы үҙ әсәһенең үлтереүе асыҡланды.
Республиканың Тәфтиш комитеты хәлдең нисек булғанын асыҡлау өсөн тәфтиш эксперименты үткәргән. Юлиәгә ҡурсаҡ бала тотторалар һәм улын нисек үлтергәнен күрһәтергә ҡушалар. Ҡатындың ҡулдары ныҡ ҡалтырай, илай. Ул юрғанға төрөлгән баланы быуа һәм тышҡа күмгән еренә алып сыға. Үҙе бер туҡтауһыҙ "Барыһы ла яҡшы буласаҡ, мин һине яратам", тип әйттем улыма тип ҡабатлай. Малайҙы ул бау менән быуа. Юлиә бындай аҙымын балам ас булмаһын өсөн эшләнем тип аңлата. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, ул был ваҡиғаларҙан саҡ ҡына алдараҡ Тимурҙы приютҡа тапшырырға маташҡан. Тик уны, имеш, алмағандар.Ҡайһы берәүҙәр ҡатын бала тапҡандан һуңғы депрессия менән сирләгәндер тип, уның был ҡылығын аҡлап ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ҡылығы бер нәмә менән дә аҡлана алмай. - уға 20 йылға тиклем төрмә янай.
Әле ҡатын һаҡ аҫтында. Биш йәшлек ҡыҙы Камилланы социаль приютҡа урынлаштырғандар. Был турала урындағы хакимиәттең опека бүлеге начальнигы Илфира Фәррәхова хәбәр итә.
- Бында ваҡытлыса ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар йәшәй. Әлегә баланың туғандарынан хәбәр юҡ, уларҙы эҙләйбеҙ. Әгәр яҡындары килеп, ҡыҙҙы үҙҙәренә алырға теләһә, быға ҡаршылыҡ булмаясаҡ. Камилла үҙен яҡшы тоя, ул бик алсаҡ бала. Һаулығы ла яҡшы, - тине ул.
Юлиә ҡыҙы менән Дүртөйлө районына Силәбе өлкәһенән күсеп килә. Ҡатындың унда әсәһе һәм баланың атаһы булырға тейеш.
Ҡурҡыныс ваҡиға булған өй ҡапҡаһында Тимурҙың фоторәсеме һәм сәскә гөлләмәһе ҡуйылған.Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, был фотоны баланың атаһы килеп ҡуйып киткән. Тимурҙы шишәмбе, 3 сентябрҙә ерләйәсәктәр.