“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарында маҡсатҡа ярашлы яңыртыу эштәре алып барыла.
“Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды, – тине күптән түгел Өфөлә үткән “Экспортларға ваҡыт” халыҡ-ара форумда сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Төбәк проекттарына ярашлы, беҙ бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыуға буйынса мәсьәләләрҙе, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫешен хәл итәбеҙ. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын”.
Радий Фәрит улы республикала экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе бәләкәй һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, йыйылған ашлыҡтың сифатлы һаҡланыуын тәьмин итеп, экспорт буйынса маҡсатлы индикаторҙарҙы үтәү өсөн элеваторҙарҙың матди-техник базаһы яңыртыла. Мәҫәлән, “Учалы элеваторы” йәмғиәтендә ҡорамалдар яңыртылыуын дауам итә, һөҙөмтәлә уның ҡеүәте илле мең тоннаға тиклем ашлыҡ һыйҙырышлы буласаҡ.
“Реса” компаниялар төркөмө рапс (етен) майы етештереү буйынса завод төҙөү эше бара. Өҫтәүенә утыҙҙан ашыу икмәк ҡабул итеү предприятиеһының, икмәк аҙыҡтары комбинаттарының, элеваторҙарҙың матди-техник базаһы торошо тикшерелгән.
Былтырғы күрһәткестәргә килгәндә, республикала агросәнәғәт экспорты күләме 76,3 миллион долларға еткән. Уның төп өлөшөн ашлыҡ (47,8 процент), көнбағыш һәм рапс майы (23,9 процент), һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал (11,8 процент), шәкәр (6,6 процент) һ.б. тәшкил иткән. География байтаҡ киң – Латвия, Иран, Мысыр, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны.