Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2019, 14:45

Ғәйеплеләр язаһын аласаҡ

Июль аҙаҡтарында Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр.

Июль аҙаҡтарында Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр.Иҙәккә Ҡаҙмышлы йылғаһына ағып төшкән канализация һыуы эләккән. Дәүләт аналитик контроль идаралығы белгестәре һыуҙы тикшереүгә алған. Анализ күрһәтеүенсә, һыуға “ПОЛИЭФ” предприятиеһына хас марганец һәм органик берләшмәләр кеүек бысраҡ матдәләр төшөүе арҡаһында кислород етешмәгән. Һөҙөмтәлә, балыҡтар һәләк булған. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса махсус эш төркөмө ойошторолғайны. Төркөм ағзалары ваҡиға урынында күрелгән саралар һөҙөмтәләре менән танышып тора.

Иҙәк йылғаһындағы хәл контролгә алынды, зарарлы матдәләр берләшмәләре кәмегән, һыу анализдары даими өйрәнелә, тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн тупраҡ сифаты ла тикшерелә. ”Бөтә күрһәткестәр ҙә нормаға ярашлы”, - ти Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов.

Урында ваҡытлыса дамба төҙөлгән. Бысраҡ матдәләр ағып сығыуға юл ҡуймау өсөн “Полиэф” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Ҡом япмаһынан тыш, ике метр тәрәнлектә мембраналы махсус пленка ҡуйылған.

Йылғаны бысратҡан предприятиеға закон буйынса яуап бирергә, зыянды ҡапларға тура киләсәк. Хәлде йәшереп ҡалдырырға теләгән етәкселәр ҙә яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ”.
Читайте нас: