газета "Салауат"
+12 °С
Облачно
Новости
30 Августа 2019, 13:17

Тәүҙә атаһы, тинеләр, хәҙер әсәйгә шик төшә

Дүртөйлө районының Исмаил ауылында үҙенең өйөнән бер йәшлек Тимурҙың сәйер шарттарҙа юғалыуы тураһында яҙып сыҡҡайнныҡ инде. Был хәл хәл бөтә республика халҡын тетрәндерҙе.

Дүртөйлө районының Исмаил ауылында үҙенең өйөнән бер йәшлек Тимурҙың сәйер шарттарҙа юғалыуы тураһында яҙып сыҡҡайнныҡ инде. Был хәл хәл бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Улының юғалыуы тураһында мөрәжәғәт иткән 28 йәшлек ҡатын бөгөн төп ғәйепләнеүсегә әйләнгән. Әсә биш йәшлек ҡыҙы менән улын яңғыҙы үҫтергән. Атай кеше Дүртөйлө ҡалаһында йәшәй икән. Иң тәүҙә шик уға төшә. Тик асыҡланыуынса, бала юғалғанда ул өйөндә булған, машинаһын видеокамералар теркәгән. Әле был эштә тағы бер ни тиклем аныҡлыҡтар билдәле булды. Әсә кеше балаһын йыш ҡына бала ҡараусыға ҡалдырып китер булған. Өс ай уның менән ултырған Ирина (исеме үҙгәртеп алынды) һөйләүе буйынса, ҡатын тәүге танышҡан көндө үк уның документтарын да һорап тормай, биш минуттан улын ҡалдырып сығып та киткән.

- Өйө бәләкәй, емерелеп килә, тик эсе таҙа һәм бөхтә. Балалары шунда уҡ оҡшаны. Ҙур ҡыҙыҡай тәртипле, рөхсәт һорап ҡына эшләй. Тимур иһә матур һәм сос малай ине. Иламай, һәр ваҡыт йылмая. Аҙағыраҡ әсәһе улын минең яныма Дүртөйлөгә килтереп ҡалдыра башланы. Ҡайһы берҙә бер, ике көнгә ҡалдырып та китә ине. Ул “һатыусымын, эшем күп” тип әйтте, ә полиция асыҡлауынса, ул эшләмәгән икән, - ти Ирина.

Ирина белдереүенсә, әсә балаларына һалҡын мөнәсәбәттә булған, шылтыратып хәлдәрен дә белешмәгән. Шулай ҙа туҡмалыу эҙҙәре күренмәгән, Тимур һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә кейендерелгән. Ә бына ашау яғынан иғтибар булмаған. Көн дауамына арзан кефир ҙа бер банан ҡалдырған. Бала ҡараусы ҡатын уны үҙе ашатҡан.

- Тимурҙың температураһы йыш күтәрелә ине, әсәһе быға ла иғтибар итмәне, теше сыға, тине. Дарыуҙар бирмәне. Аҡсаны бик күп түләмәһә лә, бирә ине, тик өс айҙан һуң бөтөнләй түләмәй башлағас, мин был ғаиләлә башҡаса эшләмәҫкә булдым, - ти бала ҡараусы.

Тағы иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 29 август төнөндә ҡатын 00.30 сәғәттә балаларын йоҡларға һала. Төнгө сәғәт 2-лә Тимур тороп кефир эсә һәм тағы йоҡлап китә. Ә таңғы 5-се яртыла ҡатын уның юҡлығын асыҡлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Әле баланы полиция, ирекмәндәр һәи ауыл халҡы эҙләй.
Читайте нас