Әлбиттә, ҡатын тешләүгә иғтибар ҙа итмәгән. Әммә ваҡыт үтеү менән аяғы шешә башлағас, дүрт бала әсәһе ҡурҡыуға ҡалған. Аңын юғалтҡас, ире уны дауаханаға алып китә, унда диагноз ҡуялар һәм аяғын ампутацияларға ҡарар итәләр.Ҡатын ризалашмай.
Серәкәй бер ҡатындың организмына ағыулы бактериялар индергән. Улар шунда уҡ тән туҡымаһын һәм мускулдарҙы ашай башлаған.
Хирургтар аяҡты һаҡлай ала, әммә операция ваҡытында тиренең инфекциялы урынын ҡырҡалар. һөҙөмтәлә әсәнең йөрәге туҡтай, уны яһалма комаға индерәләр. Аңына килгәс, уға яңынан һөйләшергә, йөрөргә өйрәнергә тура килә.