Ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың МАКС авиасалонында туңдырма һатып алып Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоганды һыйлаған. Ил башлығы тәмлекәс өсөн биш мең һум түләгән, ә ҡайтарымды сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровҡа “авиацияны үҫтереүгә” биреүҙе һораған.
Мәғлүм булыуынса, 27 августа Владимир Путин МАКС-ҡа барғанда туңдырма һатып алған. Ошо уҡ һатыусынан татлы ризыҡты уның 2017 йылда ла алыуы асыҡлана. Ул саҡта Президент менән бергә “Ростех” башлығы Сергей Чемезов һәм башҡа чиновниктар килгән була.