газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2019, 16:53

Маҡсат - яман шеште иҫкәртеү

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары «Онкопатруль» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Яман шеш сирҙәрен иртә асыҡлау өсөн ойошторолған акция сиктәрендә «Салауатбыяла» һәм «Башҡортостан сода компанияһы» предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һаулыҡтарын тикшерҙе.

Бөгөн был күләмле сараға йомғаҡ яһалды. Салауатта онкология ауырыуҙарына 500-ҙән ашыу кеше ҡаралған. Сир билдәләре асыҡланған пациенттар ҡабат диагностика үтеү өсөн профилле дауалау учреждениеһына ебәрелгән.

Төрлө кимәлдәге медицина белгестәре үҙҙәренең сығыштарында яман шештең ниндәй генә төрө булмаһын, уны ваҡытында асыҡлау һәм мөмкин тиклем иртәрәк тейешле саралар күреү мөһим, тигән фекерҙе еткерергә тырышты халыҡҡа.

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанынан уҡып белә алырһығыҙ.
Читайте нас