Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2019, 14:47

Афәтте бергәләп еңәйек

Ҡалала эре саҙа үҙәктәрендә: «Террористик акттарҙы иҫкәртеү маҡсатында, уяулығыҙҙы юғалтмауығыҙ һорала. Әгәр шикле әйберҙәр күрһәгеҙ, уға теймәгеҙ. Был турала хәүефһеҙлек хеҙмәтенә йә булмаһа сауҙа үҙәгенең администрацияһына хәбәр итегеҙ» тигән белдереүҙе йыш ишетергә тура килә.

Шулай булмай ни, терроризм тигән нәмә заман бәләһенә әйләнде бит. 3 сентябрь Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә Теләктәшлек көнө тип юҡҡа ғына билдәләнмәгән. Тап был көн 2004 йылда Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле. Ул ваҡытта террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар, уның иң кесеһенә - 6 ай ғына ине. Был көндө тотош илдә хәтер акциялары үтә. Беҙҙең ҡала ла бынан ситтә ҡалғаны юҡ. Күп китапханаларҙа ошо датаға арналған «Халыҡтар дуҫлығы - Рәсәй берҙәмлеге» мәғлүмәти күргәҙмәләр ойошторола, «Терроризм - кешелеккә ҡаршы яуызлыҡ» тип аталған әҙәби фильмдар ҡарала, хәүефһеҙлек дәрестәре уҙа, әңгәмәләр ҡорола.

Илебеҙҙә терроризмға юл ҡуймаҫ өсөн төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ йәшәргә, бер- береһенә түҙемле, һәр кемдең диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына ҡарата ихтирамлы булырға тейеш.
Читайте нас: