газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2019, 11:54

Һүҙ әйтергә лә ярамай

Өфө автобусында водитель менән пассажирҙың бәхәсе һуғышыуға барып етә яҙған.

Өфө автобусында водитель менән пассажирҙың бәхәсе һуғышыуға барып етә яҙған. 228-се маршрут водителе рулдә телефондан һөйләшеп барған һәм шул арҡала икенсе автобус менән саҡ бәрелешмәй ҡалған. Пассажирҙарҙың береһе уға үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдергән. Водитель урынынан һикереп торған да ханымды яғаһынан тотоп алған һәм аҡыра башлаған. Водителде эшенән ҡыуғандар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Транспорт буйынса дәүләт комитеты тикшереү үткәрә.

Кешегә хәҙер һүҙ әйтергә лә ярамай. Ә бит пассажир үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген генә белдергән. Водитель ғәйебен таныу урынға, уның яғаһынан алған. Замана...
Читайте нас: