газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2019, 16:20

Һәр кем тауыш бирергә хаҡлы

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Берҙәм тауыш биреү көнө - 2019 йылдың 8 сентябрендәге һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса "тура элемтә" ойошторҙо.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Берҙәм тауыш биреү көнө - 2019 йылдың 8 сентябрендәге һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса "тура элемтә" ойошторҙо. "Тура элемтә"гә төрлө һорауҙар менән шылтыратҡандар. Был иһә халыҡтың һайлауға битараф түгеллеген күрһәтә. Улар араһында һайлау участкаһы адресын асыҡлау, ситкә киткәндә нисек тауыш бирергә, алдан йә өйҙән тауыш биреү хоҡуғына ҡағылышлы һорауҙар бирелгән.

- Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләйәсәк. Мәскәү ҡалаһында булған республика кешеләренә һайлау мөмкинлеге тыуҙырылды - улар өсөн унда 30-сы һайлау участкаһы эшләйәсәк. Әлегә 69 кеше Мәскәүҙә тауыш бирергә теләк белдереп, Берҙәм дәүләт порталы аша мөрәжәғәт иткән. Әйткәндәй, был тәжрибә майҙаны ла буласаҡ. Ошо һайлауҙан һуң киләһе йылда бөтә төбәктәрҙә лә һайлауҙа һанлы участкалар ҡулланыуҙы индерергә йыйыналар. Ил буйынса улар 5 меңдән ашыу буласаҡ. Бөтә территориаль һайлау комиссиялары мөһим сараға етди әҙерләнә, улар менән семинарҙар, уҡыуҙар ойошторҙоҡ. Халыҡҡа мәғлүмәт таратыуға ла айырыуса иғтибар бирелә. Әле "Башавтотранс" предприятиеһы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың пассажир автобустары "Әйҙә, һайлауға!" тигән саҡырыу наклейкаларын ҡуйҙы. Уларға рәхмәт, – тине Илона Макаренко.
Читайте нас: