газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2019, 12:34

Владимир Путин йәш сағында Салауатҡа дзюдо ярышына килгән

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эш осрашыуы үткәргәндә үҙенең йәш саҡта дзюдо менән шөғөлләнгәндә Салауатҡа ярышҡа барыуын хәтеренә төшөрҙө. - Ҡалаға барғаным хәтерҙә, унда нефть еҫе сыға ине, - тине Рәсәй Президенты. Дәүләт башлығы ул осорҙа Салауатта яҡшы дзюдо мәктәбе булыуын, ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороуҙарын билдәләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Республика етәксеһе дәүләт башлығына Башҡортостанда төп күрһәткестәр буйынса ярайһы уҡ ыңғай алға китеш күҙәтелеүе хаҡында һөйләне.

Осрашыу барышында демография мәсьәләләре лә күтәрелде. Владимир Путин ниңә Башҡортостанда балалар үлеменең тотош ил буйынса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе әйтеүенсә, төбәктәге тыуым һәм үлем күрһәткестәре бик объектив, һәм республика власы был проблеманы хәл итеү сараһын күрәсәк, шул иҫәптән сабыйҙарҙы хәстәрләүгә лә иғтибар йүнәлтеләсәк. Владимир Путин был мәсьәләгә айырым иғтибар биреүҙе һораны.


Радий Хәбиров Башҡортостандағы өс ҡалаға йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын биреү йәһәтенән булышлыҡ күрһәткәне өсөн Владимир Путинға рәхмәт әйтте.


- Әле беҙҙә ошондай биш биләмә бар. Резиденттарҙы арттырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Иғтибар итһәгеҙ, беҙҙә география киң, көньяҡта ла, төньяҡта ла, көнсығышта ла эшләйбеҙ. Беҙҙе уратып алған Рәсәй төбәктәренең барыһында ла махсус иҡтисади зона бар, ә беҙҙә юҡ ине. Әле ошо йүнәлештә лә эш итәбеҙ. Хөкүмәт беҙгә ярҙам күрһәтә - сентябрҙә документтарҙы тапшырабыҙ. Килә­сәктә республиканың үҙәгенә - “Газпром”дың ҙур предприятиеһы “Газпром нефтехим Салауат” урынлашҡан Салауат, Ишембай ҡалаларына иғтибарҙы йүнәлтәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.


Владимир Путин йәш саҡта дзюдо менән шөғөлләнгәндә Салауатҡа ярышҡа барыуын хәтеренә төшөрҙө.

- Ҡалаға барғаным хәтерҙә, унда нефть еҫе сыға ине, - тине Рәсәй Президенты.


Дәүләт башлығы ул осорҙа Салауатта яҡшы дзюдо мәктәбе булыуын, ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороуҙарын билдәләне.


- Владимир Владимирович, республикала көрәш, ғөмүмән, яҡшы үҫешкән. Тағы ла бер ыңғай яңылыҡ: Халыҡ-ара көрәш федерацияһы ҡарары сыҡты, 2021 йылда беҙҙә грек-рим, ирекле көрәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты үткәреләсәк. Ошо ваҡиғаға әҙерләнәбеҙ, - тине Владимир Путин менән эш осрашыуы аҙағында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.



Читайте нас: